Тәбиғәт ҡанунына ярашлы, Аллаһ тәғәлә теләге менән Әҙәм балалары өсөн тәғәйенләнгән Ер йөҙөндәге тормош асылы - Кешелектең яңырыуында, йәғни сабыйҙар тыуа, быуын быуынды алмаштыра һәм һәр ата-әсә өсөн йәшәү мәғәнәһе -уның улы, ҡыҙында дауам итеүендә. Ололар йәштәрҙе түгел, ә балалары, тәбиғи әжәл ваҡыты еткәс ҡәҙерләп, хөрмәтләп, ата-әсәһен баҡыйлыҡҡа оҙатырға тейеш. Эйе, киреһенсә булырға тейеш түгел. Уйлап ҡарағыҙ, сабыйына табиптар ҡот осҡос ҡарар сығарған йәш әсә нимә кисерә!? Күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс, күҙ ҡараһы кеүек ҡәҙерләп, һөйөп үҫтергән, инде тумалған сәскә кеүек һәләттәре асылырға әҙерләнгәндә…
Метахроматия лейкодистрофияһы … Үткән йылдың июнь айында Мәләүез ҡалаһында йәшәгән 6 йәшлек ҡыҙ баланың әсәһе нәҡ ошо һүҙҙәрҙе ишетә. Был сирҙең ни тиклем мәкерле, үлемесле икәнлеген аңлаған һайын, ҡотолғоһоҙ хәлдән, сараһыҙлыҡтан өҙгөләнгән әсә йөрәге нисек түҙгән, күпме күҙ йәштәре түгелгән – беҙ белмәйбеҙ, инде дошманыңа күрһәтмәһен…
Алты йыл элек ҡулына сабыйын алғас, Алина үҙен донъяла иң бәхетле әсә итеп тоя. Аҡыллы, теремек, матур ҡыҙ бала, яҡындарын һөйөндөрөп, тәүге аҙымдарын яһай, йүгерә башлай – ниндәй бәхетһеҙлек һағалауы бер кемдең башына ла инеп сыҡмай. 3 йәштә аяҡтары ауырта башлағас та, әсә саң ҡаға, тик дауаханала врачтар ауырыуҙы асыҡлай алмай. Баланың һыҙланыуын, хәрәкәттәре үҙгәреүен күргән ата-әсә Өфөлә тикшереү үткәрәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөҙөмтә булмай – дөрөҫ диагноз ҡуйылмай. Тик Мәскәү ҡалаһында Педиатрия фәнни тикшеренеү институтында ғына мәкерле сир асыҡлана. Ауырыу бик тиҙ аҙа, ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле. Врачтар әсә йөрәген ярырҙай ҡарар сығара: “Ауырыу дауаланмай. Әгәр өлгөрә алһағыҙ, донор елеген күсереү (трансплантация костного мозга) буйынса операция яһатырға кәрәк, әлбиттә, бала өсөн был бик ауыр һәм хәүефле!” Ә башҡа сара юҡ. Етмәһә, ваҡыт та юҡ. Күп уйлап тормай, Аделияның ата-әсәһе Мәскәү ҡалаһындағы Рәсәй Балалар клиник дауаханаһына мөрәжәғәт итә. Бында баланы яңынан тикшереп, донор эҙләй башлайҙар. Өс ай ғаилә бына бөгөн, бына иртәгә операцияға саҡыртырҙар тигән өмөт менән йәшәй, әммә тура килгән донор табылмай һәм клиника баш тарта. Күрәһең, үлемесле генетик ауырыуҙың бик тиҙ көсәйеүен һәм баш мейеһе күҙәнәктәрен үлтереүен белгән врачтар, үткән ваҡыт баланың һәләкәтен яҡынайтыуын аңлап, шулай эшләгәндер.
Ғаилә сит ил клиникаларына мөрәжәғәт итеп ҡарай һәм ата-әсә Израиль врачтарына консультацияға барырға мәжбүр була. Ваҡыт - Аделияның төп дошманы, шуға күрә ата-әсә ғәзиздәренең яҙмышын Израиль врачтарына ышанып тапшырырға була.
… Хәҙерге көндә Аделия йүгермәй инде, ололар ярҙамы менән генә йөрөй, үҙе кейенә лә алмай… ҡулдары ҡалтырай, шуға күрә яҙыуы, һүрәт төшөрөүе лә уға ҡыйын. Был бәләкәс ҡыҙсыҡ - шул тиклем һөйкөмлө, матур бала, алсаҡ, нурлы йөҙө, йылмайыуы фәрештәне хәтерләтә.
Израилдә операция яһатыуға 16291970 һум талап ителә. Аделия Ҡәйүмова ғаиләһенең ул тиклем аҡсаһы юҡ, беҙ тик бергәләп кенә бала ғүмерен һаҡлап ҡала алабыҙ. Ил төкөрһә, күл була – мәрхәмәтлек күрһәтәйек, сабыйға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ.