+13 °С
Болытлы
Барлык яңалыклар
ҖӘМГЫЯТЬ
21 гыйнвар 2020, 13:03

"АРГАМАК" ТӨРКЕМЕ

Аргамак төркеме җитәкчесе Ринат Рамазанов белән әңгәмә.

- Һаумыһығыҙ! Студияла « Интервью » тапшырыуы. Студияла Гөлсимә Иштанова.
- Быйыл Башҡортостан 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итергә әҙерләнә. Халыҡ-ара форумда ниндәй сәнғәтебеҙҙең уникаль күренештәре тураһында һөйләй алабыҙ. Башҡорт сәнғәте бөтә донъя мираҫы араһында ниндәй урын алып тора, Бөгөнгө әңгәмәсем Арғымаҡ төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов менән ошо һәм башҡа һорауҙар тураһында һөйләшербеҙ.
Ринат, һаумыһығыҙ!
- Һаумығығыҙ!
- Үткән 2019 йыл йыл һеҙҙең төркөм өсөн ижади ваҡиғаларға, еңеүҙәргә бай булды тип әйтәйек. Быйылға ниндәй пландарығыҙ?
- Быйылға пландарҙы белһә, Наполеон әйләнер ине.
- Ниндәйерәк пландар һуң?
- Башҡортостанды үтәнән-үтә, буйҙан-буйға йөрөп сығырға ине. Бигерәк тә беҙҙең төп эшебеҙ, маҡсатыбыҙ – мәктәптәрҙә балалар менән эшләү. Йылына алтмыш-етмеш тирәһе мәктәпте, ҡала-район мәктәптәрен йөрөп сығабыҙ. Ниндәй маҡсат? Маҡсат – йәштәрҙе әҙерәк кенә үҙенең йәшәгән еренә, ерлегенә бәйләү.
- Илһөйәрлек тәрбиәһе, тимәк?
- Эйе, илһөйәрлек тәрбиәһе. Улар бит инде төрлөсә уйлай, инстаграмды асалар ҙа кемдең нисек матур йәшәгәнен ҡарайҙар. Матур йәшәү өсөн нимә кәрәк? Уңышлы булыу, фәлән-фәлән тип уйлай башлайҙар. Бөтә ерҙә лә яҡшы тип уйлайҙар. Күрше тауығы ҡаҙҙай, тиҙәр бит. Сит-яҡтарға сығып китһәк, тормошом матур буласаҡ, тип. Ул яңылыш фекер.
- Ә ниндәйерәк форматта үтә ул уҡыусылар менән осрашыуҙар?
- Уҡыусыларға беҙ уҡытыусы өйрәткән һымаҡ түгел, ә үҙҙәренең, йәштәр телендә аңлатабыҙ. Балаларҙы ҡыҙыҡһындырып, шул мәғлүмәтте кертәбеҙ. Йырҙың араһында подводка эшләйбеҙ.
- Боронғоса, тап башҡортса йырҙы башҡарыр алдынан уның тарихын һөйләгән һымаҡ тәүҙә ...
- Тик уны заманса эшләйбеҙ.
- Йәштәр телендә өндәшәһәгеҙ.
- Йәштәргә ниндәйҙер күпер эшләйбеҙ. Боронғонан – бөгөнгөгә, бөгөнгөнән – киләсәккә. Ана шул күперҙә инде йәштәргә ҡапҡа асабыҙ. Былтыр Башҡортостандың 100 йыллығы булды бит инде. Унда Зәйнулла ишан Рәсүлев, Зәки Вәлиди, Шайморатов генерал инеп китә.
- Тарихи шәхестәребеҙ.
- Быйыл Еңеүҙең 75 йыллығы була. Шул айҡанлы Шайморатов генерал, унан алдағы 1812 йылдағы Любезники-любизар ҙа, Салауат Юлаев та, Урал батыр ҙа кереп китә. Айрнби, рэп, трэп, спид-гараж, дап степ – төрлө кимәлдәге мәғлүмәт ошо төрлө йүнәлештәр менән инеп китә.
Киләсәк һөнәрҙәре тураһында ла һөйләйбеҙ. Мәҫәлән, хат ташыусы, юрисконсульт, нотариус, туроператор һәм башҡа профессиялар - бөтәһе лә гаджеттарға күсә. Бухгалтер элек дәфтәрҙә һанап ултырһа, хәҙер приложение кәрәк.
- Тимәк, киләсәктә ҡайһы юер һөнәрҙәр юҡҡа сығасаҡ? Ә ижади һөнәрҙәр?
- Минең уйлауымса, техник яҡтан үҫеш булыуы мөмкин, ләкин кеше моңон бер нәмә лә алмаштыра алмаҫтыр тип иҫәпләйем. Сөнки беҙ ҡурайҙы төрлө процессорҙарҙан үткәреп ҡараныҡ, әммә ҡурай бирешмәй.
- Ләкин бөгөн һанлаштырыу осоронда музыкаль инструменттарҙың барыһын да тип әйтерлек компьютер аша сағылдырып була, ә ҡурайҙы булмай, тимәк?
- Ҡурайҙың килогерц йышлыҡтарын икенсе төрлө күрәһең. Уны нисек кенә тырышып ҡараһаң да килеп сыҡмай.
- Тимәк, ҡурайсы һөнәренең дә киләсәге бар.
- Әлбиттә, ҡурайсы булған, бар һәм буласаҡ тип иҫәпләйем. Сөнки ҡурай моңонда хикмәт һаҡланып килә. Халҡыбыҙҙың асылы, тарихы – ҡурай моңонда. Бына беҙ һеҙҙең менән һөйләшеп ултырабыҙ, бер һүҙһеҙ ҡурайҙы сығарып һыҙҙырып уйнап ебәрһәң, ул беренсе моңонан уҡ йөрәккә үтеп инә.
- Йәғни ҡурай ул – айырмы фәлсәфә, тип әйтергә мөмкин.
- Әлбиттә, мин шулай тип иҫәпләйем. Был, әлбиттә, минең шәхси фекерем, әммә телевизор ҡараусылар минең фекер менән килешәлер тип уйлайым.
- 2020 йылда йәғни быйыл йәйүтәсәк фольклориада тураһында һүҙ алғайныҡ. Бына донъя сәнғәте кимәлендә башҡорт музыкаль сәнғәтенең урыны ниндәй икән? Ниндәй уникаль күренештәребеҙ, уникаль сәнғәтебеҙ хаҡында һөйләй алабыҙ донъяға?
- Мексиканан Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль бейеүселәре, йырсыларыбыҙ менән фольклориаданың эстафетаһын, флагын барып барып алдыҡ. Мәҙәниәт министрлығынан, дәүләттән кешеләр булды. Бик ҡыҙыҡлы күренеш . Бөтә донъянан артистар, бейеүселәр, йырсылар, фольклор башҡарыусылар килгән. Урамда төрлө ерҙә опен эйрҙар, асыҡ сәхнәләр тора. Бер айға яҡын Сакатекас, Веракрус штаттарында йөрөнөк. бер ҡала эсендә биш-алты майҙансыҡ. Шунда Башҡортостандың сығышын күреп ҡалған кешеләр беҙҙең арттан эйәреп йөрөнө. Хатта бишенсе-алтынсы тапҡыр килеп ҡараған кешеләр ҙә булды. Ниндәйҙер концерт залындамы , театрҙамы түләүле концерттар ҙа булды. Башҡортостандың концертына, беҙҙә тәүге тапҡыр Макдональдс асылған шикелле, бер нисә квартал сират теҙелде.
- Айырыуса нимә ҡыҙыҡһындырҙы уларҙы?
- Мин уны аңлата алмайым, әммә күңелем әйтеүенсә, беҙҙең башҡорт моңондағы ятҡан хикмәт. Салауат Юлаевтың шиғыры күҙ алдына килә:
Һүҙем бөтһә лә телемдә,
Йырым бөтмәне , Уралым...
Нурға сумған түбәһе,
Күккә ашҡан Уралым!
Көнөн дә һайрай һандуғас,
Төнөн дә һайрай һандуғас...
Тимәк, Аллаһы Тәғәлә, бөтәһенә лә ҡарағанда күберәк маҡтай һандуғас, ти. Аҡ, һары, ал сәскәләр
Тәңрегә тәсбих әйтәләр.
Уда һөйөү, мөхәббәт ята. Халҡыңа, ереңә, Хоҙай бүләк иткән ошо тауҙарға, урмандарға һөйөү һм мөхәббәт, рәхмәт һүҙе ята. Ана шул моң аша килгән бөтә ғәләмде данлау һәм маҡтау, ана шул күренеш кешенең күңеленә үтеп инмәй ҡалмай. Французы ла, немецы ла, йәғни кем булһа ла, уның күңеле һөйөүгә асыла башлай. Шуға башҡорттоң ҡурайы, моңо, йыр-бейеүе – бөтәһе лә ана шул нәмәне һаҡлап килә. Бейеүендә бөркөтө лә бар...
- Донъя кимәлендә үҙебеҙҙе лайыҡлы күрһәтергә тейешбеҙ һәм быға әҙерләнәбеҙме?
- Әлбиттә! Башҡортостаныбыҙҙың донъя кимәлендә үҙенең урынын табасағына, киләсәгебеҙҙең ҙур буласағына, һис шикһеҙ, ышанабыҙ. Концерттарға килгәндә, 2020 йылда Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш райондарын үтеп сығырға ине.
- Яҡын араларҙа һеҙҙең гастролдәрегеҙ ҙә ошо төбәктәрҙә көтөлә.
- Эйе, 8 февралдән башлайбыҙ. Ағиҙел, Тәтешле, Баҡалы, Шаран, Балтас, Илеш райондары, Октябрьский, Туймазы – бөтә шул яҡтарҙы йөрөп сығырға теләйбеҙ. Сөнки унда беҙҙең билдәле артистар йөрөй, әммә улар бөтәһе лә башҡорт мәҙәниәте менән генә йөрөмәй. Мәҫәлән, Фирдус Тямаев, Әнүәр Нурғәлиев, Ришат Төхвәтуллин кеүек матур йырсылар йөрөйҙәр. Әммә үҙебеҙҙең башҡорт мәҙәниәте менән генә йөрөгән йырсылар бик һирәк. Юҡ тип әйтергә лә мөмкин. Ни эшләптер был райондарҙа башҡорт концерттары артыҡ үтеп бармай.
- Һәм был турала йыш ҡына бәхәстәр ҙә, төрлө сығыштар ҙа булды. Хәл нисек һуң бөгөн, үҙгәрәме?
- Хәлде шул әҙерәк мәктәптәр аша, балаларға тарих керетеп, тотош бер белем биреү форумы һымаҡ үтә.
- Йәнле аралашыу...
- Эйе, йәнле аралашыу. Шуның аша балалар менән һөйләшәбеҙ. Бәлки, аҙаҡтан улар ата-әсәйҙәрен концертҡа алып килерҙәр. Сөнки беҙҙең концерт – икенсе төрлө формат. Билдәле формат попса тип әйтәбеҙ бит инде. Әммә беҙҙең формат ул – тере тауыш менән төрлө йүнәлештәрҙе башҡарабыҙ. Шулай уҡ беҙҙең Зәйнетдин исемле шәп егетебеҙ бар. Роберт ағай Юлдашевты әйтәһе лә юҡ. «Ятаған» төркөмө. Ана шундай төркөмдәрҙе ошо райондар буйлап йөрөтөп сығырға ине. Үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙы, еребеҙҙе, шәхестәребеҙҙе белергә тейештәр бит. Йәштәр белергә тейеш, ололарҙың иҫенә төшөрәһең. Йәштәргә...
- Аңлатаһың, тәрбиә бирәһең, тимәк. Һәм аңлатыу, тәрбиә биреү йәһәтенән тағы ла һеҙҙең шәп кенә проектығыҙ башланырға тора. «Урал батыр уты» тигән проект. Уның тураһында ла ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт бирһәгеҙ ине.
- Эйе, Алла бирһә, ошо сара беренсе булып Бөрйәндә асыла һәм ошо Урал батыр биргән утты беҙ бөтә республикаға таратабыҙ. Ошо проект хаҡында матур ғына ролик әҙерләнә. Күрерһегеҙ, алла бирһә. Унда бейеүсе Миләүшә Хәйбуллина, Эльбрус ағай Ниғмәтуллин, Милли оркестрҙың дирижеры Линар Дәүләтбаев , Зәйнетдин һәм мин ҡаргиҙәрҙәр менән килеп, мәмерйәгә инәбеҙ. Унда һүрәттәр терелеп китә, Урал батыр беҙгә ут тапшыра. Ошо утты бөтә республикаға таратырға тигән проект ебәрергә теләйбеҙ. Бөтә райондар ҙа ҡушылып китер тип өмөт итәбеҙ. Концерттарға, төрлө сараларға килерҙәр тип көтәбеҙ. Бик матур буласаҡ! Тамаша хәтәр буласаҡ!
- Тағы ла бер үҙенсәлек тураһында әйтергә кәрәктер: һеҙҙе беҙ йыш ҡына «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө тип таныштырырға күнеккәнбеҙ, хәҙер иһә бары тик «Арғымаҡ» төркөмө тип кенә атайбыҙ. Айырма нимәлә?
- Этно-рок ҡаты итеп йәбеште инде беҙгә... Этно-рок тамашаны тарайта.
- Тарайта, тимәк, һеҙҙең йүнәлеште. Хәҙер һеҙҙең йүнәлешегеҙ киңәйә.
- Беҙҙә төрлө йүнәлештәр бар. Ул элек тә бар ине, әммә башланып киткәндә ниндәйҙер бер яңылыҡ индерергә тырышҡайныҡ. Бөгөн музыка ныҡ үҙгәрҙе. Мөмкинлектәр ныҡ үҙгәрҙе.
- Ә һәр ижадсы үҙ өҫтөндә эшләргә һәм үҫергә бурыслы.
- Эйе, шуға йәштәргә нимә актуаль – уларҙың иң яратҡан йүнәлеше ана шул Арғымаҡ. Тимәк, нисәлер быуат үткәс, бәлки, беҙ ҡартайып, һаҡалдарыбыҙ, сәстәребеҙ сал төҫтә булып та, мейнстримдә эшләргә тырышырбыҙ. Ана, Продиджи нисәмә йылдар буйына йөрөнө, улар гел актуаль. Ана шул актуаль музыканы йәштәр өсөн эшләйбеҙ. Киләсәк – йәштәребеҙҙә. Шуға беҙ ҙә үҙебеҙҙең киләсәгебеҙҙе уйлап эшләргә тырышабыҙ. Үҙебеҙҙең боронғоға ҡыҙыҡһындырыр өсөн уларҙы ошо ҡапҡаға керетеп, аҙаҡтан, мәҫәлән, Роберт Юлдашевҡа, Абдулла Солтановҡа, мәшһүр ҡурайсыларыбыҙ, йырсыларыбыҙ ҡулына тапшырыу. Маҡсатыбыҙ – ошондай бәйләнеш булдырыу.
- Борнғо һәм бөгөнгө араһында бәйләнеш булдыраһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта киләсәккә лә күпер һалыу.
- Боронғоға ҡыҙыҡһындырыу уятыу өсөн уларҙы заманса тел менән йәлеп итергә кәрәк.
- Ә бөгөн глобалләштереү шарттарында һәр халыҡтың үҙенең йөҙө булырға тейеш, тигән фекер бар.
- Үҙебеҙҙең йөҙөбөҙҙө, русса әйтмешләй, самоидентичность, һаҡлап ҡалыр өсөн төрлө заманса йүнәлештәрҙе ҡулланып, уның аша боронғоға һәм халҡыбыҙҙың асылына ҡарата һөйөү һәм ихтирам уятыу. Шул маҡсат менән беҙҙең төркөм дә төҙөлдө. Әлбиттә, ҡайһы саҡта боронғо йырҙар ҙа әҙерәк үҙгәреп китә. Әммә уның маҡсаты йырҙы үҙгәртеүҙә һәм уның менән аҡса эшләүҙә түгел, ә уның аша йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырыу, уға һөйөү тыуҙырыу.
- Әңәгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Эшегеҙҙә ижади уңыштар теләйбеҙ!
- Рәхмәт, амин!
- Хөрмәтле тамашасылар, һеҙгә Арғымаҡ төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов менән әңгәмә тәҡдим иттек. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ!
Читайте нас: