+12 °С
Яңгыр
Барлык яңалыклар
ҖӘМГЫЯТЬ
15 декабрь 2020, 23:17

«Ватандаш» – һеҙҙең журнал!

2021 йылда «Ватандаш» журналы сыға башлауға 25 тула. Әгәр ҙә һеҙ әлегәсә уның менән таныш түгелһегеҙ икән, бының өсөн иң уңайлы ваҡыт

2021 йылда «Ватандаш» журналы сыға башлауға 25 тула. Әгәр ҙә һеҙ әлегәсә уның менән таныш түгелһегеҙ икән, бының өсөн иң уңайлы ваҡыт.
«Ватандаш»үҙендә бер юлы өс баҫманы берләштерә, тип әйтергә мөмкин.Иң беренсе сиратта, ул, әлбиттә, ижтимағи-сәйәси журнал. Унда заманыбыҙҙың иңкөнүҙәкпроблемалары яҡтыртыла, йәмғиәтте борсоған мәсьәләләр күтәрелә. Беҙ социаль яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә булған темаларға өҫтөнлөк бирергә тырышабыҙ, мәҫәлән, республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың телен, тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлау, Еңеү-75, халыҡ иҫәбен алыу, пандемия осоронда табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының героик хеҙмәтеһ.б. Йәшәйештең төрлө тармаҡтарындағы хәлдәрҙе һәм күренештәрҙе яҡтыртҡанда һығымталарҙың төплө һәм нигеҙле булыуы төп талап булып тора.
Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, билдәле ғалимдар һәм яҙыусылар журналдың актив авторҙары булып сығыш яһай.
Икенсенән, «Ватандаш» –фәнни-популяр баҫма.Ундағы махсус бүлектә ғалимдар: тарихсылар, социологтар, этнографтар, философтар, телселәр,әҙәбиәтселәрҙең мәҡәләләребаҫыла. Документтар менән раҫланған, ғилми тикшеренеүҙәр,статистика һәм архив мәғлүмәттәременән иҫбатланғанбындай материалдар мәғрифәтселекбурысын үтәй, уҡыусыларыбыҙҙыңбелемен киңәйтә. Уларҙырәсми сығыштарға әҙерләнгәндә,конференциялар, Түңәрәк өҫтәлдәр ойошторғанда, реферат, курс һәм диплом эштәре яҙғанда файҙаланырға була. Был йәһәттән «Ватандаш»тыңдәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә, учреждениеһәм ойошмалар етәкселәренә, уҡытыусыларға, китапханасыларға, тәрбиәселәргә, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә студенттарға һәм уҡыусыларға ярҙамы ҙур.
Өсөнсөнән, «Ватандаш» – әҙәби-нәфис баҫма. Һәр һанында хикәйәләр һәм шиғырҙар баҫыла, хәҙерге донъя халыҡтары әҙәбиәте менәнтанышырға була. Журналды алдырыусылар чечен, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ һәм ҡумыҡяҙыусыларының әҫәрҙәрен уҡыны ла инде.Уҡыусылар ижадын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ.
Быйыл баҫмабыҙ2-се дәрәжәләге «Прессаның алтын фонды» Билдәһенәлайыҡ булды, Бөтә Рәсәй «Алтын лотос» конкурсы дипломанты тип табылды. Башҡорт теле йылын йомғаҡлау уңайынан туған телде үҫтереүгә һәм һаҡлауға индергән өлөшө өсөнБөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы дипломы менән бүләкләнде.
Хәҙерге мәғлүмәт менән тулған донъялаышаныслы сығанаҡты таба белеү мөһим. Сит илдәрҙә, шулай уҡ Рәсәйҙә лә, аналитик яҙмаларға иғтибар арта бара. Кешеләр бер көнлөк яңылыҡтарҙан арыны, тип иҫәпләй эксперттар. Былда башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан«Ватандаш»журналына яҙылыу өсөн мөһим дәлил була ала.
Баҫманың индексы – П2718. 20 декабргә тиклем 10% ташлама менән хаҡы –768һум60тин.Быны «Республика Башкортостан» нәшриәт йортоноң rbsmi.ru сайтында ла эшләп була.
Рәшиҙә Мәһәҙиева,
«Ватандаш» журналының баш мөхәррире,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре,
Ш.Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты,
филология фәндәре кандидаты.
Читайте нас: